Напоминание

Сценарий башкирского национального праздника "Ҡарға бутҡаһы"


Автор: Исхакова Диля Адигамовна
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: МОБУ СОШ с.Тубинский Баймакского района, Республики Башкортостан
Населённый пункт: Республика Башкортостан, Баймакский район, с. Тубинский
Наименование материала: Разработка башкирского национального праздника "Ҡарға бутҡаһы"
Тема: Сценарий башкирского национального праздника "Ҡарға бутҡаһы"
Раздел: среднее образование





Назад




Ҡарға бутҡаһы

1-се күренеш

Сәхнә ауыл урамына оҡшатып биҙәлгән. Магнитофон таҫмаһынан "ауыл

тауышы"

ишетелә:

һыйыр

ҡысҡырған,

кәзә-һарыҡ

баҡырған,

аттар

кешнәгән,

әтәстәр

ҡысҡырған

тауыштар...

Ҡош-ҡорт

тауышы

ҡурай,

ҡумыҙ моңо менән ҡушыла. Йыраҡтан бала-сағаның "Ҡарға бутҡаһы!

Ҡарға

бутҡаһынан

ҡалмағыҙ!",

"Ҡар-р",

"Ҡар-р!"

тигән

тауыштары

ишетелә. "Эх, матур яҙ килә!" йыры менән балалар сәхнәгә үтәләр. Улар

яланаяҡтан, ҡайһы берҙәре салбар балағын һыҙғанып ҡуйған. Бер малай

ҡолға

күтәргән,

ҡолғала

һөлгөләр,

ҡулъяулыҡтар,

күбеһе

ҡулдарына

янсыҡ, бүрек тотҡандар. Малайҙар шаулашып, ҡарға кеүек итеп ҡулдары

менән ҡағыналар:

Ҡар-р, ҡар-р, ҡар-р, ҡар-р

Ҡарға туйына бар-р, бар-р

Ҡарға туйына бармағандың

Күңелең булыр тар-р, тар-р,

Ҡарға туйына бар-р, бар-р.

Уларҙың тауышы ҡурай, ҡумыҙ, думбыра тауышына күмелеп ҡала.

Сәхнәгә шаулаша-шаулаша төрлө яҡтан ҡыҙҙар, йәш килендәр, өлкәнерәк

апайҙар, әбейҙәр инә. Малайҙар апайҙарға ҡарап таҡмаҡ әйтә:

1-се малай.

Һөлгө йыям, күрегеҙ,

Һеҙ ҙә бүләк бирегеҙ.

Аллы-гөллө һөлгө тағып,

Ҡарға туйға килегеҙ.

2-се малай.

Өйҙәһегеҙ бит, апай ,

Тиҙерәк бир йомортҡа.

Миңә бирһәң бер йомортҡа

Тауығың һалыр йөҙ йомортҡа.

3-сө малай.

Май кәрәк, ярма кәрәк

Ҡарға туйына барыһы ла кәрәк.

Тағы булһа, он сығар.

4-се малай.

Шәкәр кәрәк, тоҙ кәрәк,

Сығар, апай, тиҙрәк!

Һинең кеүек уңған апай

Был донъяла бик һирәк.

Балаларҙың арҡаһынан һөйә-һөйә, ҡатын-ҡыҙҙар ҡолғаларға төрлө төҫтәге

сепрәктәр,

таҫмалар,

яулыҡтар

һ.б.

бүләктәр

тағалар,

бүректәренә

йомортҡа, ярма тултыралар. Хуплау тауыштары ишетелә.

Бер әбей. Изге хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға бал да май.

Малайҙар. Рәхмәт әбей! Рәхәт йәшә.

Малайҙар ҡарҡылдаша-ҡарҡылдаша сәхнәнән сыға башлайҙар:

Ҡар-р, ҡар-р, ҡар-р, ҡар-р

Ҡарға туйына бар-р, бар-р.

(Уларҙың

тауышы

магнитофон

таҫмаһынан

ишетелгән

ҡош-ҡорт

һәм

ҡурай, ҡумыҙ, думбыра тауыштары менән ҡушыла.)

II күренеш

Сәхнә түбәндәгесә биҙәлгән: артҡы планда тауҙар, ағаслыҡтар, бер-ике

ҡыуыш

күренә;

алғы

планда,

тау

итәгендә,

өсаяҡлы

таған,

бүләктәр

бәйләнгән ҡолға тора. Сәхнәнең бер яғында гармунсы, ә икенсе яҡта

ҡурайсы, халыҡ көйөн уйнайҙар. Шул көйгә биҙрә сиртә-сиртә ҡыҙҙар,

апайҙар килеп инә, Улар күңелле шаулашалар. Берәүҙәре табаҡ менән

ярма, икенселәре самауыр, өсөнсөләре батмус менән сынаяҡтар тотҡан,

ҡайһы

берҙәре

һыу

көйәнтәләгән.

Ике

яҡтан

ҡолаҡлы

ҡаҙан

тотоп

үтеүселәр ҙә бар.

("Ҡарға бутҡаһы" көйө яңғырай.)

Башлап йөрөүсе (башҡорт халҡының милли кейемендә):

— Бына, һау булғас, ҡарғалар ҡайтып, ҡар бөтөп, ҡара ергә баҫыр көн

тыуҙы.

Башҡалар. Көн тыуҙы, көн тыуҙы!

Башлап йөрөүсе. Сәлимә менән Хәлимә ана тегендә (ҡулы менән ишара

яһай) ҡаҙан аҫып, бутҡа бешерһендәр, ә һеҙ, бер нисә малай, ярҙамға

барығыҙ. Ҡалғандарыбыҙ, бутҡа бешкәнсе, йырлап-бейеп алайыҡ әле.

(Күмәкләп таҡмаҡ әйтәләр, башлап йөрөүсе бейей.)

Бейе әле, бейе әле

Бейегәнең юҡ әле.

Бейегәнең булмаһа ла

Матур бейейһең әле.

Йәш еңгәй йырлай-йырлай бейей:

Ондо һатып алһаҡ та

Икмәк үҙебеҙҙеке.

Нисә төшөп бейеһәк тә

Тәпәй үҙебеҙҙеке.

Бергә. Алмағастың алмаһын

Ҡарға-ҡоҙғон алмаһын.

Йәш ваҡытта бейеп ҡалайыҡ

Үкенескә ҡалмаһын.

Ҡытайский әфлисун

Килә икән йәшниктә.

Ҡартайғастын үкенербеҙ

Төшөп бейейек йәшлектә.

Башлап йөрөүсе балалар араһында төрлө уйындар, ярыштар ойоштора.

Ҡалаҡҡа йомортҡа ҡуйып йүгереү, ҡапсыҡ кейеп йүгереү, бағана башына

менеү шикелле ярыштар, "Селтәр элдем ситәнгә", "Аҡ тирәк, күк тирәк",

"Йөҙөк һалыу" кеүек таҡмаҡлы уйындар башҡарыла. Уҡыусылар милли

кейемдәрҙә

бейейҙәр,

йырлайҙар

үҙҙәренең

һөнәр-оҫталыҡтарын

күрһәтәләр.

Башлап

йөрөүсе.

И-и-и!

Уйын-көлкөләр

менән

бутҡаны

бөтөнләй

онотҡанбыҙ бит. Бутҡа бешкәндер инде, балалар.

Бөтәһе бергә.

Тәмле микән бутҡаһы

Ауыҙ итәйек әле.

Матур яҙҙы ҡаршылап

Байрам итәйек әле.

III күренеш

Сәхнәгә һауыттар, ҡалаҡтар тотҡан малайҙар, ҡыҙҙар күтәрелә.

I төркөм.

Әпәләмә, түпәләмә

Һауытҡайым, тулып кит.

II төркөм.

Ашып сыҡ, тулып сыҡ

Ҡайҙан сыҡһаң шунан сыҡ.

Түңәрәкләнеп ултырып бутҡа ашай башлайҙар. Ашап бөткәс, һауыттарын

күтәреп, ҡалаҡтары менән шаҡылдап, таҡмаҡлайҙар.

I төркөм.

Бығыр-бығыр бутҡа бешкән,

Уртаһына аҡ май төшкән.

Яу, ямғырым, яу, яу,

Яу, яу, ямғыр яу!

II төркөм.

Ямғырҡайым, яу, яу!

Майлы бутҡа бирермен.

Майлы бутҡа ҡаҙанда,

Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа.

Ямғырҡайым, яу, яу,

Яу, яу, ямғырым.

I төркөм.

Иртәнсәк тә, кисен дә

Илгә ҡытлыҡ килмәһен.

Игендәрҙе үҫтерһен,

Беҙгә туҡлыҡ килтерһен,

Ямғырҡайым, яу, яу,

Беҙ булайыҡ һау, һау.

1-се ҡыҙ. Малайҙар, ҡыҙҙар, кемдә бутҡа бар?

2-се ҡыҙ. Ҡарғаларға ҡалдырайыҡ. Ямғырҙы ваҡытында яуҙырһындар.

3-сө ҡыҙ. Илгә именлек, беҙгә туҡлыҡ, һаулыҡ теләһендәр.

(Ағас төптәренә бутҡа һалғандай итәләр һәм таҡмаҡлайҙар.)

Бергә.

Ҡара ҡарға ашаһын,

Ала ҡарға ашаһын.

Ҡара ҡарға ашамаһа

Ала ҡарға ашаһын.

Ҡарға килмәй — ҡар китмәй,

Ҡарға килмәй — яҙ етмәй,

Ҡабул итеп йыйынды,

Ҡабул итеп һыйымды,

Беҙгә ямғыр яуҙырһын.

Битен йыуһын тау-ҡырҙың.

1-се

ҡыҙ.

Әйҙәгеҙ

әле,

ҡайтып

киткәнсе

"Алырмын

Алма

ҡош"он

уйнайыҡ.

— Алырмын алма ҡош.

— Бирермен Бирмә ҡош (отолған себешкә яза бирелә.)

— Айгөл тотолдо, яза бирәбеҙ, яза бирәбеҙ.

— Бейеһен, бейеһен!

("Гөлнәзирә" көйөнә бейей, ҡалғандар ҡул сабып йырлайҙар.)

Күршеләргә ҡунаҡ килгән

Инде ни хәл итәйем.

Туҡмаҡ ҡойроҡ, ҡара бәрәс

Һуйып ҡунаҡ итәйем.

Ҡушымта.

Һай эйелмәй, бөгөлмәй,

Матур баҫа түгелме?

Матур баҫып бейегәндә,

Күңел аса түгелме.

Кара бәрәс тиреһе лә

Ҡама булыр тинеңме.

Һикереп төшөп бейегәндә

Яҙыҡ булыр тиһеңме?

Ҡушымта шул уҡ.

2-се ҡыҙ.

Көймәләре сәңгелсәк

Арбалары калтырсак.

Бергә.

Ҡарға туйы булды тамам

Инде килде ҡайтыр саҡ.

Башлап йөрөүсе.

Арғы яҡта — һаҙ һайын

Бирге яҡта — аҙ ҡайын.

Бергә.

Имен торһон донъялар

Күрешербеҙ яҙ һайын.

Йырлай-йырлай, бейей-бейе тарала башлайҙар, сәхнә ябыла.



В раздел образования