Напоминание

"Построение уроков башкирского языка в соответствии с требованиями ФГОС"


Автор: Абсалямова Шаура Мухаметовна
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: МБОУ "Лицей № 52"
Населённый пункт: город Уфа, Республика Башкортостан
Наименование материала: статья
Тема: "Построение уроков башкирского языка в соответствии с требованиями ФГОС"
Раздел: среднее образование





Назад




Башҡорт теле дәрестәрен

ФГОС талаптарына ярашлы ойоштороу

Яңы быуын стандарттарын ғәмәлгә ашырыу буйынса төп яуаплылыҡ

уҡытыусыға йөкмәтелә, сөнки тап улар уҡыусыларҙың дәрестәге, дәрестән

һәм

мәктәптән

тыш

эшмәкәрлеге

менән

туранан-тура

етәкселек

итә,

ойоштора, тикшерә, баһалай. Әлбиттә, бының өсөн һәр уҡытыусы үҙ белемен

үҫтерергә, камиллаштырырға бурыслы.

Предмет буйынса эш программаһын, һәр дәрестең план-конспектын

төҙөгәндә яңы стандартта ҡуйылған төп талаптарҙы белеп эш итергә кәрәк.

Уларға түбәндәгеләрҙе индерергә мөмкин:

1.

дәрестә психологик комфорт атмосфераһы булдырып, хеҙмәттәшлек,

ижадташлыҡ өсөн тейешле аралашыу стиле, тоны булдырыу;

2.

дәрестәрҙә “уҡытыусы – уҡыусы”, “уҡыусы – уҡыусы” тибындағы үҙ-

ара эшмәкәрлек ойоштороу;

3.

маҡсатты уҡыусылар менән берлектә ҡуйыу;

4.

дәрес барышында уҡытыусының белем биреү вазифаһын балаларға

йөкмәтеүе һәм белем алыу эшмәкәрлегенә тейешле йүнәлеш биреүе;

5.

уҡыу-уҡытыу

процесында

балаларҙың

уҡыу

һәм

танып

белеү

эшмәкәрлеген

активлаштырыуға

йүнәлтелгән

төрлө

методтарҙы,

эш

формаларын һәм алымдарҙы файҙаланыу;

6.

уҡыу-уҡытыуҙың

репродуктив

һәм

проблемалы

формаларын

дәрес

маҡсатына

ярашлы

сиратлаштырып,

уҡыусыларҙы

ҡағиҙәләр

ҡулланып, ижади эшләргә өйрәтеү;

7.

дәреcкә ҡарата ыңғай мотивация булдырыу өсөн һәр баланың аҙ ғына

уңышын

да

ваҡытында

күреп

алып,

реаль

алға

китеүҙе

билдәләү,

баһалау һәм хуплау;

8.

коммуникатив компетентлыҡ формалаштырыу маҡсатында һәр дәрестә

коммуникатив

эшмәкәрлек

ойоштороуға

йүнәлтелгән

махсус

эштәр

(парҙарҙа, төркөмдәрҙә) үткәреү;

9.

уҡытыусының балаларҙың үҙ позицияларын, фекерен белдереүен һәр

ваҡыт

ҡабул

итеүе,

хуплауы

һәм

уларҙы

аныҡ

итеп

әйтеп

бирергә

өйрәтеүе.

Дәрестең

план-конспектын

төҙөү

өсөн

уҡытыусы

иң

тәүҙә

дәрестең

маҡсатын,

уға

ярашлы

тибын

билдәләй.

Әйтергә

кәрәк,

икенсе

быуын

Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса дәрестәрҙең типтары

традицион системалағы дәрес типтарына, нигеҙҙә, тап килә, тик дәрестең

структураһындағы этаптар араһында мөһим үҙгәрештәр бар.

Дәрес төрҙәре:

1) яңы белем алыу дәресе;

2) белем һәм күнекмәләрҙе актуалләштереү дәресе;

3) белем һәм күнекмәләрҙе комплекслы ҡулланыу дәресе;

4)

белем

һәм

күнекмәләрҙе

системаға

һалыу

һәм

дөйөмләштереү

дәресе;

5) белем һәм күнекмәләрҙе контролләү дәресе;

6) белем, күнекмә һәм оҫталыҡтарҙы коррекциялау дәресе;

7) ҡатнаш дәрес.

Хәҙер мин һеҙгә традицион һәм яңы быуын стандарттары талаптары

буйынса

эшләгән

уҡытыусыларҙың

эшмәкәрлеген

сағыштырырға

тәҡдим

итәм:

Үҙгәреү предметы

Уҡытыусының традицион

эшмәкәрлеге

ФГОС талаптары буйынса эшләгән

уҡытыусының эшмәкәрлеге

Дәрескә әҙерлек

Дәрескә әҙерләнгәндә дәреслек

һәм

методик

күрһәтмәләрҙе,

күргәҙмәлелек ҡуллана

Дәрескә

әҙерләнгәндә

дәреслек

һәм

методик

күрһәтмәләрҙән

тыш

яңы

технологияларҙы,

интернет-ресурстарҙы,

техник сараларҙы актив ҡуллана.

У ҡ ы т ы у

ф о р м а л а р ы н ,

а л ы м

һ ә м

методтарын

һайлауҙа

мөмкинселектәре

сикһеҙ

Д ә р е с т е ң

т ө п

этаптары

Уҡыу

материалын

аңлатыу,

нығытыу.

Дәрестә

күберәк

уҡытыусы һөйләй

Уҡыусылар

үҙ

аллы

эшләй

( д ә р е с

ваҡытының яртыһынан күберәк өлөшөндә)

Уҡытыусының

д ә р е с т ә г е

т ө п

маҡсаты

Планлаштырылған

эштәрҙең

барыһын да эшләп өлгөрөргә

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу:

-уҡыу

маҡсатын

һәм

бурыстарын

ҡуйыу

буйынса,

-мәғлүмәт

йыйыу

һәм

эшкәртеү

буйынса

һ.б.,

Уҡыусыларға

эш

биреү

Эшләгеҙ,

күсереп

я ҙ ы ғ ы ҙ ,

табығыҙ, сағыштырығыҙ

Анализлағыҙ,

иҫбатлағыҙ,

аңлатығыҙ,

сағыштырығыҙ, символ ярҙамында бирегеҙ,

схема

йә

модель

төҙөгөҙ,

һығымта

сығарығыҙ,

йомғаҡлағыҙ,

тикшерегеҙ,

баһалағыҙ, үҙгәртегеҙ һ.б.

Дәрес формаһы

Күбеһенсә фронталь

Төркөмдә, парлы, индивидуаль

Стандарт

булмаған

дәрестәр

алып барыу

-

Параллель

класта

уҡытыу,

дәресте

ике

уҡытыусы алып барыу (мәҫәлән, тарих йә

биология уҡытыусылары менән берлектә),

тьютор

ярҙамында,

уҡыусыларҙың

ата-

әсәләре алдында һ.б.

Ата-әсәләр

менән

Күберәк

лекция

формаһында

Ата-әсәләр

уҡыу

процесында

ҡатнаша.

бәйләнеш

үтә.

Ата-әсәләр

белем

биреү

процесында ҡатнашмай

Уҡытыусы

ата-әсәләр

менән

Интернет

ярҙамында аралаша ала

Б е л е м

б и р е ү

мөхите

Мөхитте

уҡытыусы

булдыра.

Уҡыусыларҙың

э ш т ә р е н ә н

күргәҙмә эшләү

Белем биреү мөхитен уҡыусылар булдыра

(уҡыу

материалдарын,

презентациялар,

докладтар һ.б. әҙерләй)

Б е л е м

б и р е ү

һөҙөмтәһе

Предмет һөҙөмтәләре

Предмет

һөҙөмтәләре,

мет апредмет

һөҙөмтәләр, шәхсән һөҙөмтәләр

Уҡыусыларҙың

портфолиолары

юҡ

Уҡыусыларҙың портфолиоһын булдырыу

Төп баһа – уҡытыусы баһаһы

Уҡыусылар

үҙҙәрен

баһалай,

баһаларын

анализлай

Миҫал итеп башланғыс баҫҡыстан урта кластар системаһына тәүләп

күсеүсе

бишенсе

класта

иң

йыш

ҡулланылған

ҡатнаш

типтағы

дәрестең

типик структураһын ҡарап үтәйек.

1.

Психологик

комфорт

тыуҙырыу.

Дәрестең

психологик

инеше

уҡыусыларҙы

дәрескә

көйләү,

ыңғай

мотивация

булдырыу,

уҡыу

эшмәкәрлегенә әҙерләү, уңыш ситуацияһы тыуҙырыу маҡсатында уҙғарыла

(Мәҫәлән,

уҡыусылар

бер-береһенә

ҡарап

йылмая,

сәләмләп

сәпәкәйләй,

ҡояшҡа үреләләр, уҡытыусы матур ғына шиғыр уҡый, музыка ебәрә һ.б.)

2. Артикуляцион күнегеү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә

төшөрәләр, ҡабатлайҙар. Был - һәр дәрестең мотлаҡ өлөшө!

3.

Булған

белемдәрҙе

актуалләштереү

(өйгә

эште

тикшереү,

үтелгәнде

ҡабатлау).

Өйгә

эште

тикшереү,

өйрәнеләсәк

тема

буйынса

уҡыусыларҙың алдағы дәрестәрҙә, башланғыс кластарҙа алған белемдәрен

актуалләштереү яңы материалды үҙләштереүгә нигеҙ һалыу йүнәлешендә

алып барыла. Дәрестең был этабында парҙарҙа эш ойоштороп, уҡыусыларға

бер-береһенең өйҙәге эшен тикшерергә ҡушыла, аҙаҡ хаталарҙы парҙарҙа

анализлау ойошторола. Теге йәки был хатаның сәбәбен бергәләп асыҡлай,

ҡайһы

бер

ҡағиҙәне

ҡабатлап,

икеһенең

дә

хатаһын

асыҡлайҙар,

уртаҡ

фекергә киләләр.

4.

Уҡыу

мәсьәләһен

ҡуйыу.

Элек

өйрәнелгәнгә

яңы

өйрәнеләсәк

грамматик темаға ярашлы миҫалдар өҫтәп, уҡыусылар менән был материал

әлегә таныш булмауы тураһында һығымта яһала, ағымдағы дәрескә уҡыу

мәсьәләһе ҡуйыла (дәрестең маҡсаты билдәләнә). Грамматик тема менән

лексик тема бәйләнеп килергә тейеш! Грамматик миҫалдар лексик тема менән

бәйләнһен. ФГОС талаптарына ярашлы, дәрес темаһын уҡыусылар үҙҙәре

билдәләргә

тейеш,

уҡытыусы

тик

йүнәлеш

кенә

бирә

(мәҫәлән,

ребус,

кроссворд сисеү ярҙамында, йомаҡтың яуабын табып, мәҡәл, әкиәт аша.

Видеороликтар ҡулланып һ.б.)

Мәҫәлән, “Дауаханала. Ҡылым” темаһын үткәндә, уҡыу мәсьәләһен

ҡуйыу

өсөн «Мәрйәм

менән

Айыухан» йәнһүрәтен алырға мөмкин. Тәүҙә

йәнһүрәтте башҡортсаға тәржемә итәбеҙ, тауыш һалабыҙ

Балалар менән йәнһүрәтте ҡарағандан һуң, һорауҙар ярҙамында темаға

сығабыҙ. Мәҫәлән,

- Йәнһүрәт һеҙгә оҡшанымы?

- Мәрйәм нимә эшләй?

- Мәрйәм Айыуханға ни өсөн укол һала? Һ.б.

Уҡыусыларҙың яуаптарын күҙаллап, слайдҡа (йә таҡтала аҡбур менән)

миҫалдар яҙа барабыҙ, улар ярҙамында грамматик темаға сығабыҙ. Мәҫәлән,

Мәрйәм дауалай, тыңлай, укол һала.

Айыухан ауырый, йүткерә, тымаулай, сөскөрә.

-

Ҡалын

хәреф

менән

бирелгән

һүҙҙәргә

иғтибар

итегеҙ.

Улар

тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ? Ниндәй һорауға яуап бирәләр? Нимәне

белдәрәләр? Һ.б.

5. Уҡыусыларҙа уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация формалаштырыу

(дәрестең маҡсатын, бурыстарын билдәләү).

6. Һүҙлек эше. Һәр дәрестә мотлаҡ үткәрелә торған этап! Һүҙлек эшен

төрлөләндереп үткәреү мөһим (күберәк яңы һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр йә

һөйләмдәр генә төҙөтәбеҙ. Бирелгән һүҙҙәрҙең синоним һәм антонимдарын

табырға,

Ҡылым

йә

сифат

менән

бәйләргә.

Ҡыҫҡа

ғына

диалог

төҙөргә

мөмкин һ.б.)

7.

Уҡыу

мәсьәләһен

сисеү.

Яңы

белемде

беренсел

(тәү

тапҡыр)

үҙләштереү (яңы теманы аңлатыу). Уҡыу мәсьәләһен сисеү, йәғни яңы

грамматик

төшөнсәне

өйрәнеү

барышында

теоретик

төшөнсәне

аңлы

үҙләштереүгә ирешеү, уны телмәрҙә ҡулланырға күнектереү өсөн һәр яңы

материалдың практик ҡиммәтен һәм әһәмиәтен күрһәтеү, төшөндөрөү.

Был

этапта

иң

мөһиме

уҡыусыларҙың

телде

белеү

кимәленә,

үҙләштереү мөмкинлегенә ярашлы грамматик материалды дөрөҫ һайлап алыу.

Ғәмәли эштәр өсөн төрлө типтағы күнегеүҙәр, проблемалы ғәмәли эштәр

әҙерләнә. Улар өҫтөндә эш барышында уҡыусылар үҙҙәре үк ҡағиҙә сығара,

уны төрлө вариантта һөйләп ҡарай. Шунан һуң дәреслектәге ҡағиҙәне уҡып,

уны

үҙҙәренеке

менән

сағыштыра,

төҙәтмәләр

индерә.

Артабан

ҡағиҙәне

мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, улар нигеҙендә төркөмдәрҙә терәк модель, схема,

таблицалар төҙөү ойошторола, уҡыусыларҙың үҙҙәренән миҫалдар уйлатыла.

8.

Нығытыу,

ғәмәли

эштәр

(үтелгәнде

нығытыу). Алда билдәләп

үтеүебеҙсә,

яңы

стандарттарҙа

уҡыусыларҙың

үҙҙәрен

универсаль

уҡыу

эшмәкәрлегенә

өйрәтеү

төп

маҡсаттарҙың

береһе

булып

тора.

Туған

тел

дәрестәрендә уҡыусыларҙы коммуникатив эшмәкәрлеккә өйрәтеү маҡсатында

һөйләшеү-аралашыу минуттары ойошторола. Бының өсөн уҡытыусы диалог

ойоштороу технологияһына эйә булырға, тәүҙә балаларҙы үҙе ҡуйған типик

һорауҙарға тулы яуап бирергә, артабан уҡытыусыға, бер-береһенә дөрөҫ итеп

йөкмәткеле һорау ҡуйырға һәм яуап бирергә өйрәтә.

-

Диалог

һәр

дәрестә

булырға

тейеш.

Уҡыусы-уҡыусы,

уҡыусы-

уҡытыусы араһында. Уҡытыусы монологы мөмкин тиклем әҙерәк булырға

тейеш. - Ҡуйылған һорауҙарға тулы, дөрөҫ яуап талап итеү мөһим.

Уҡытыусы үҙе лә һорауҙы дөрөҫ ҡуя белергә тейеш. Ниндәй маҡсат менән

был һорауҙы бирәм? Ниндәй яуап ишетергә теләйем?

- Тыңлап аңларға өйрәнеү (аудирование). Уҡыусылар, ғәҙәттә, башҡорт

телен тик бер кешенең телмәре – үҙенең уҡытыусыһының телмәре аша ғына

өйрәнә. Беҙҙең бурыс – башҡа кешеләрҙең телмәрен дә аңларға өйрәтеү. Был

маҡсатта аудирование ҡулланыу - бик отошло алым.

- Һәр дәрестә тема буйынса яңы мәғлүмәт булырға тейеш. Тормош

менән бәйләү мөһим.

9.

Үҙләштерелгәнде

контролләү,

е б ә р е л г ә н

х а т а л а р ҙ ы ,

етешһеҙлектәрҙе анализлау, уларҙы төҙәтеү, коррекциялау.

10. Өйгә эш биреү. ФГОС талаптарына ярашлы, беҙ уны өс кимәлдә

бирәбеҙ. Уҡыусы үҙенең белем кимәленән сығып эш төрөн һайлай. Өсөнсө

итеп, ғәҙәттә, ижади эш бирелә. Мәҫәлән:

1. Бирелгән текстан ҡылымдарҙы табып, барлыҡ-юҡлыҡ формаһына

ҡуйығыҙ,

2. Дәрестә үткән яңы һүҙҙәрҙе ҡулланып диалог төҙөгөҙ,

3. Ижади эш – проект төҙөргә, кроссворд төҙөргә, презентация эшләргә

һ.б.)

10. Рефлексия. Яңы стандарт буйынса төҙөлгән дәрестәрҙә “рефлексия”

тип аталған айырым этап бар. Был этапта балалар рефлексив эшмәкәрлеккә

өйрәтелә.

Улар

үҙҙәренең

белем

кимәлен

баһалай,

белеп

еткермәгән

урындарын билдәләй, сәбәптәрен асыҡлай. Бының өсөн дәрестә үҙконтроль

һәм

үҙбаһа

критерийҙары

аныҡ

итеп

ҡуйыла

һәм

уҡыусылар

үҙҙәренең

эшмәкәрлеген ошо критерийҙарға ярашлы баһаларға өйрәтелә.

11. Дәресте йомғаҡлау.

12.

Баһалау. Уҡыусылар

үҙҙәренең

йә

иптәштәренең

дәрестәге

эшмәкәрлеген баһалай, анализлай (Нисә ҡуйҙым? Ни өсөн?)

Шулай уҡ яңы белем биреү стандарттарында уҡыу-уҡытыу процесында

уҡыусылар ҙың һаулығын һаҡлауға ҙур урын бирелә. Был маҡса та һаулыҡ

һаҡлау

технологияһы

ҡулланыла.

Уның

бер

компоненты

булып

физкультминуттар

тора.

Уҡытыусы

уҡыусыларының

үҙ-үҙҙәрен

тотошона

ҡарап, уларҙың бер төрлө эште башҡарыуҙан ялҡыуын, арыуын, талсығыуын

билдәләй һәм ял итеү минуттары үткәрә.

Шулай итеп, икенсе быуын Федераль дәүләт белем биреү стандартында

башланғыс

баҫҡыстан

урта

баҫҡысҡа

күсеү

уҡытыусынан

төрлө

яҡлы

ентекле әҙерлек талап итә. Үҙ-үҙенә талапсан, ныҡышмалы, эҙләнеүсән, үҙ

һөнәрен яратып, күңел биреп башҡарыусы уҡытыусылар был һынауҙарҙы

лайыҡлы үтеп, башҡорт телен уҡыу-уҡытыуҙы заман талаптарына ярашлы

итеп ойошторасаҡ.



В раздел образования