Автор: Муратшина Миляуша Нурулловна
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: МБОУ "Лицей №161"
Населённый пункт: город Уфа, республика Башкортостан
Наименование материала: Методическая разработка
Тема: "КИМы по башкирскому языку и литературе"
Раздел: среднее образование
Контрольно- измерительные материалы
5 класс
1.
Контрольная работа № 1
А. Вставьте пропущенные буквы:
Ҡ..ш, й.й, йы.ы, я., ҡ.яшлы, болотл. .
Б. Найдите переводы предложений и запишите
Ҡар яуа. Жаркий день.
Һыу инәбеҙ. Листья опадают.
Ҡар ирей. Снег идет.
Көн эҫе. Холодный день.
Япраҡтар ҡойола. Купаемся.
Көн һыуыҡ. Тает снег.
В. Вставьте пропущенные слова в данном тексте:
Йыл миҙгелдәре – көҙ, ҡыш, яҙ, ... .
... айҙары: сентябрь, октябрь, ноябрь.
Ҡыш айҙары: декабрь, ғинуар, ... .
Яҙ ... : март, апрель, май.
Йәй айҙары: ... , июль, август.
2.
Контрольная работа № 2.
1.
Напиши переводы слов на русском языке:
сәскә, ҡош, ағас, һауа,алма, икмәк, һөт, сәй, һут.
2. Найдите соответствующие переводы слов из второго столбика:
ат
ҡуян
сәскә
бесәй
эт
төлкө
айыу
кәзә
заяц
цветок
кошка
лошадь
лиса
собака
коза
медведь
3.
Напишите разделив на предложения.
Беҙҙең өйҙә бөгөн байрам беҙгә ҡунаҡтар килде өләсәйем бәлеш,
ҡоймаҡ бешерҙе әсәйем тәмле торт, кәнфиттәр һатып алды
байрам бик күңелле булды
6 класс
Контрольная работа №1
1.
Прочитайте текст. Тексты уҡығыҙ.
Көн һайын иртән радионан Башҡортостан халҡын яғымлы тауышлы апай
сәләмләй. Ул – диктор Наилә Ғәләүетдинова.
Наилә мәктәптә үк радиотапшырыуҙарҙа ҡатнаша. Уның хыялы артистка
булырға һәм ул сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Сәнғәт училищеһын
тамамлағас, уны радиоға эшкә алалар.
-
Диктор булыр өсөн башҡорт телен, туған телде яҡшы белергә,
яратырға кәрәк,- ти ул.
2. Ответьте на вопросы. Һорауҙарға яуап бирегеҙ:
1.
Наилә мәктәптә ҡайҙа ҡатнаша?
2.
Уның ниндәй хыялы була?
3.
Сәнғәт училищеһын тамамлағас ҡайҙа эшкә алалар?
4.
Диктор булыр өсөн ни эшләргә кәрәк?
5.
Яғымлы тауышлы апай кем ул?
Контрольная работа №2
1.
Тексты уҡығыҙ (прочитайте текст).
Ап- аҡ ҡарлы, ыжғыр буранлы ҡыш үтеп китте. Яҙҙың тәүге айы март килеп
етте.
Мартта ҡыш менән яҙ осраша. Ҡыш бирешергә теләмәй. Төндәрен көслө
һалҡындар була. Көндөҙ яҙғы ҡояш нурында ҡар ирей башлай.
Ҡоштар донъяһында ла үҙгәрештәр күренә. Иң элек тыуған яҡтарына ҡара
ҡарғалар ҡайта. Улар шаулаша- шаулаша бейек ағастарҙа оя ҡоралар.
Март айында ҡайһы бер кейектәр ҡышҡы тундарын алмаштыра. Оло
мышылар оло мөгөҙҙәрен һала, яңы мөгөҙ үҫтерә башлай. Талдарҙа аҡһыл
бөрөләр асыла.
Мартта йомарт ҡояшы ерҙе иркәләй. Күк йөҙө яҙғыса зәп- зәңгәр, һирәк кенә
мамыҡтай аҡ болоттар йөҙә.
Ергә яңы яҙ килә.
Һорауҙарға яуап бирегеҙ (ответьте на вопросы).
Ниндәй ҡыш үтеп китте?
Мартта ниндәй йыл миҙгелдәре осраша?
Ҡоштар донъяһында ниндәй үҙгәрештәр була?
Март айында кейектәр нимә эшләй?
Яҙ көнө ерҙе нимә иркәләй?
7 класс
Контрольная работа №1
1. Прочитайте текст
Башҡортостан
тәбиғәте
бик
бай.
Уның
иң
ҡәҙерле
тәбиғәт
байлыҡтарының береһе – урман. Унда иң күп таралған ағастарҙан ҡайын,
уҫаҡ, йүкә, ҡарағай, имән, саған һанала. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы
ла күп төрлө.
Республикала ике дәүләт ҡурсаулығы бар: Башҡорт һәм Шүлгәнташ
ҡурсаулыктары. Икеһе лә Бөрйән районында урынлашҡан.
Башҡортостанда ҡаҙылма байлыҡтар ҙа бик күп.
Көнсығыштағы таулы райондарҙа үткән быуаттарҙан алып тимер,
баҡыр, алтын сығарылып килә. Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла райондарында
баҡырға, цынкка, көкөрткә бай колчедан ятҡылыҡтары табыла.
2. Ответьте на вопросы:
Башҡортостанда ниндәй ағастар иң күп таралған?
Республикабыҙҙа ниндәй ҡурсаулыҡтар бар?
Улар ҡайҙа урынлашҡан?
Башҡортостан тәбиғәте тағы ла нимәгә бай?
Улар Башҡортостандың ҡайһы райондарында табыла?
7 класс
Контрольная работа №2
1.
Прочитайте текст.
Билдәле
булыуынса,
көн
исемдәрен
башҡортса
дүшәмбе,
шишәмбе,
шаршамбы, кесаҙна, йома, шәмбе, йәкшәмбе тип атайҙар. Башҡорт теленә
улар фарсы теленән ингән. Был һүҙҙәр нимә аңлата һуң? Бына уларҙың
мәғәнәләре: йәк, дү, ши, шар ҡушымталары-бер, ике, өс, дүрт һандарының
исемдәре. Ә шәмбе- “көн” тигәнде аңлата икән. Фарсылар шул һандарға
шәмбе һүҙен ҡушып, аҙна көнө исемдәрен яһаған. Шулай итеп, йәкшәмбе-
беренсе көн, дүшәмбе-икенсе көн, шишәмбе- өсөнсө көн, шаршамбы-
дүртенсе көн. Кесаҙна һүҙенә фарсылар дини мәғәнә һалған. Уны кесе йома
тип тә әйтәләр. Ул намаҙға йыйылыу көнө тигәнде аңлата. Йома һүҙе аҙна
мәғәнәһен бирә. Аҙна һүҙе фарсы телендә етене белдерә.(Башҡортостан
календарынан.)
2.
Ответьте на вопросы:
1) Көн исемдәре башҡорт теленә ниндәй теленән ингән?
2) Йәк, дү, ши, шар ҡушымталары нимә аңлата?
3) Кесаҙна һүҙенә фарсылар ниндәй мәғәнә һалған?
4) Кесаҙна һүҙе икенсе төрлө нисек атала?
5) Аҙна һүҙе фарсы телендә нимәне белдерә?
8 класс
Контрольная работа №1
Прочитайте текст.
Кешеләр сәйәхәт өсөн ишәкте, атты, дөйәне, филде, машинаны, карапты,
самолетты файҙалана. Сәйәхәткә йәйәү ҙә сығалар.
Кеше йәйәү сәғәтенә 5-6 км юл үтә. Ишәктең тиҙлеге сәғәтенә 10 км. Эҫе
яҡтарҙағы ҡомло насар юлда дөйә менән сәғәтенә 20 км юлды үтеп була.
Аттар шәберәк йөрөй. Англиялағы бер ат, мәҫәлән, 1 минутта 1 км юлды үтә
алған.
Хәҙер төрлө ҡалаларға, илдәргә сәйәхәткә күп сығалар. Был саҡта кешеләр
машинала, автобуста, карапта, самолетта сәйәхәт итәләр. Улар күп кешене
һыйҙыра һәм тиҙерәк алып бара.
2. Ответьте на вопросы:
1.
Кешеләр нимәлә сәйәхәт итә?
2.
Кеше йәйәү сәғәтенә нисә километр юл үтә?
3.
Ни өсөн кешеләр машина, автобус, карап, самолетты сәйәхәт өсөн
һайлайҙар?
4.
Сәйәхәткә йәйәү сығалармы?
5.
Һин ҡайҙа сәйәхәт иттең?
8 класс
Контрольная работа №2
1. Прочитайте текст.
1923 йылдың йәйе. Мәскәү эргәһендәге матур аҡландарҙың береһендә
ҡоролған ап-аҡ кейеҙ тирмәнән ҡурай моңо ишетелә. Бөтә Рәсәй ауыл
хужалығы күргәҙмәһенә йыйылған төрлө милләт кешеләре: рустар,
украиндар, белорустар, үзбәктәр, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар һәм башҡа халыҡ
вәкилдәре иғтибар менән тыңлайҙар. Баймаҡ районынан күргәҙмәгә килгән
Хәмит Әхмәтов ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнай.
Мәскәүҙә булып ҡайтҡас, Хәмит Өфөлә Башҡорт академия драма театрынла
ҡурайсы-артист булып эшләй. Мәшһүр ҡурайсы күп һандағы башҡорт халыҡ
көйҙәрен магнитофон таҫмаһына яҙҙырып ҡалдыра. Шуларҙың иң
ҡиммәтлеләре “Буранбай”, “Сибай”, “Урал”, “Ашҡаҙар” һәм башҡа күп
йырҙар.
2. Ответьте на вопросы:
1. Был ваҡиға ҡасан һәм ҡайҙа була?
2.
Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы күргәҙмәһенә кемдәр йыйылған?
2.
Улар нимә эшләйҙәр?
2.
Кем ҡурайҙа уйнай?
2.
Ул, Мәскәүгә ҡайтҡас, ҡайҙа эшләй?
9 класс
Контрольная работа №1
1.
Прочитайте текст.
Ниагара шарлауығында ағым шул тиклем көслө, хатта унда эре ҡая
таштары ағып төшә. 1931 йылда йылғаға 7500 тонналыҡ, ә 1954 йылда
185000 тонналыҡ таш ҡолап төшә һәм ағып китә.
Бер тапҡыр йылғаға иҫке корабль ағыҙып ебәрәләр. Ул ҙур тиҙлек менән
шарлауыҡҡа барып етә һәм юҡҡа сыға.
1883 йылда Америка капитаны Вебб аҡса өсөн Ниагараны йөҙөп сығырға
була, ләкин ул йылғаның уртаһына ла барып етә алмай, һыуға бата.
Шарлауыҡтан һуң йылға 100 метрға тиклем тарая һәм тәрән үҙән буйлап аға.
Ниагараның иң ҡурҡыныс ере – Куингстон ҡалаһы янындағы текә
баҫҡыстарҙан ағып төшкән урыны.
Артабан йылға тигеҙ ерҙә аға, тыныслана. Һыуҙарын Онтарио күленә ҡоя.
2.
Ответьте на вопросы:
1)
Шарлауыҡ ни өсөн ҡурҡыныс?
2)
Кем Ниагараны йөҙөп сығырға теләй?
3)
Шарлауыҡтың иң ҡурҡыныс ере ҡайҙа урынлашҡан?
4)
Ниагара ҡайҙа ҡоя?
5)
Башҡортостанда ниндәй шарлауыҡтар бар?
3. Текстағы һандарҙы һүҙҙәр менән яҙ.
9 класс
Контрольная работа № 2
1.
Прочитай текст.
Өфө – беҙҙең Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы. Уның
майҙаны 770 квадрат километр самаһы.
Баш ҡалабыҙҙың үҙ символдары – үҙ флагы һәм үҙенең гербы бар.
Флагта бирелгән зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм сафлыҡты аңлата. Аҡ
төҫ – республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен
белдерә. Йәшел төҫ – азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай
сәскәһе –дуҫлыҡ символы. Гербта башҡорт халҡының милли геройы –
Салауат Юлаев төшөрөлгән.
Өфө – халыҡтар дуҫлығы ҡалаһы һанала, бында 120-нән ашыу милләт
вәкилдәре үҙ-ара татыу һәм һыйышып йәшәй. Унда йәш быуынға туған
телен белеп үҫеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Башҡорт, татар,
украин, сыуаш, немец, поляк, әрмән йәкшәмбе мәктәптәре эшләүе шуға асыҡ
дәлил. (Башҡортостан календарынан.)
2.
Ответь на вопросы:
1)
Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы?
2)
Уның майҙаны күпме?
3)
Зәңгәр, аҡ, йәшел төҫтәр нимәне аңлата?
4)
Гербта нимә һүрәте төшөрөлгән ?
5)
Өфө ҡалаһында күпме милләт йәшәй?