Автор: Сибагатуллина Альфия Ураловна
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: МОБУ СОШ № 3 с.Инзер
Населённый пункт: Республика Башкортостан, Белорецкий район
Наименование материала: методическая разработка
Тема: "Игровые приемы и методы на уроках башкирского языка и литературы "
Раздел: среднее образование
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уйын
алымдары ҡулланып ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Туған тел дәрестәрен уҡытыу, уҡытыусынан яңы ижади ҡараш, төрлө яңы
алымдар, дәресте заманса, ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуҙы, үҙебеҙ өҫтөндә бер
туҡтауһыҙ ижади һәм ентекле эшләүҙе, заман менән бергә атлауҙы талап итә.
Ләкин был заманса технологиялар, компьютер, мультимедиа менән дәрес
үткәреүҙе генә аңлатмай.
Рәйсә Абдрахмановна Күзбәкова әйткәнсә:
«Бала күңеленең иң нескә
ҡылдарын сиртер тере һүҙҙе бер ниндәй техниканың да алыштыра алмаясағы
көн кеүек асыҡ». Шуға ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә улар
менән артыҡ мауыҡмай, үҙенең тәү сиратта рух тәрбиәсеһе булыуын
уҡытыусы онотмаҫҡа тейеш.
Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү
активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам
иткән методтар, ысулдар, саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ
кеүек. Ә бына үҙең генә уйлап тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә
әйҙәүсе хыял ҡанаттары үҫтергән, уйнатҡан, уйлатҡан эш төрҙәре, алымдар
һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫыл таштар кеүек балҡып
торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табыштары буласаҡ.
Тәжрибәле укытыусылар өсөн методикалағы ҡайһы бер алымдар, ысулдар
үтә ябай булып күренергә лә мөмкин. «Яңылыҡ асам» йәки «асыш яһайым»
тип, дәрес һайын бер методты, системаны тикшереп, тәжрибә үткәреү менән
мауығырға ярамай. Дәрестең темаһына, маҡсатына, төрөнә, уҡыусыларҙың
йәш үҙенсәлегенә, белем кимәленә тап килерлек, программа материалын
һөҙөмтәле үҙләштерергә ярҙам итерлеген һайлап алыу отошло буласаҡ. Дәрес
шәхес күңелен ҡуҙғатырлыҡ, уның иң нескә тойғоларына тәьҫир итерлек
булһын өсөн уҡытыусы уҡыусының аҡылын, фекерен үҫтереү өсөн йүнәлеш
биреүсе, күрһәтеүсе ролен үтәргә тейеш. Тел дәрестәре романтик, патриотик
рухлы, «тылсымлы», «серле» булһа, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу арта.
Серлелек төрлө юлдар менән булдырыла. Ябай ғына эш төрҙәренә,
дәрестәргә мауыҡтырғыс исемдәр биреү ҙә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра.
Мәҫәлән, «әҙәби вернисаж», «әҙәби кафе», «эште тикшереүселәр алып бара»,
«дәрес-аукцион» («белем баҙары»), «хәтер һынаш» («бәхетле осраҡ»),
«дәрес-көс һынашыу», «дәрес-йыйын», «дәрес-лабиринт», «дәрес-хөкөм»,
«мөғжизәгә килә ышанғым», «ҡышҡы һабантуй», «лексик йәрминкә» һ.б.
Әгәр беҙ дәресебеҙҙең башында бөгөн беҙ һеҙҙең менән “ Әҙәби кафеға ” юл
алабыҙ тип башлап ебәрһәк балаларҙың дәрескә ҡрашы шунда уҡ үҙгәрә ,улар
йәнләнеп китә.
Дәрестең йөкмәткеһе, формаһы, ҡулланылған алымдары уның есеменә тап
килеп, укыусыларҙа белемгә ынтылыш тәрбиәләргә тейеш.
Хәҙерге ваҡытта тел практик маҡсаттан йәки функциональ күҙлектән сығып
өйрәнелә. Телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты - телмәр үҫтереүҙең һәр бер төрөнә -
һөйләшергә, тыңларға, уҡырға, яҙырға өйрәтеү. Ҡағиҙәне күпме генә уҡыһаң
да, телгә өйрәтеп булмай, шуға ла матур һөйләмдәр, төҙөк текстар аша телдең
һығылмалығын, мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн уйындар, мауыҡтырғыс
күнегеүҙәр, төрлө ҡыҙыҡтырырлыҡ саралар дәрестә урын алырға тейеш.
Үҙемдең дәрестәремдә ҡулланған ҡайһы бер алымдарҙы һеҙгә лә күрһәтеп
киттәһем килә.
2 класта «Аҙыҡ-түлек » (продукты ) темаһы бар.
Балалар менән был теманы үткәндә өйгә эш итеп беҙҙең Башҡортостанда
сыҡҡан ризыҡтарҙының исемлеген төҙөү һәм этикеткаларын алып
килергә,башҡортса –русса исемдәре менән яҙып ижади эш эшләйбеҙ. Был
үҙебеҙҙең тауарҙарҙың ниндәй районда етештерелгәнен белеү һәм һүҙҙәрҙе
тәржемә менән хәтерҙә ҡалдырыу өсөн отошло булһа, икенсенән балаларҙың
ата-әсәләре менән бергә эшләү өсөн дә бик уңайлы һәм ни өсөн беҙ үҙебеҙҙә
сыҡҡанды ҡулланмайбыҙ тигән һорауға яуап биреү өсөн бик отошло өйгә эш.
Хәҙерге ваҡытта туризм ,сәйәхәт итеү үҫеш ала. Тыуған ерҙең матурлығын
күреү өсөн балаларҙы йыл буйы әҙерләйбеҙ. Бының өсөн дәфтәребеҙгә
Башҡортостандың картаһын йәбештерәбеҙ һәм уҡылған
әкиәт,шиғыр,хикәйәләр буйынса билдәләр ҡуя барабыҙ ,ә яңы уҡыу йылында
кем ҡайҙа булған әңгәмә ойошторабыҙ,фото отчет эшләйбеҙ. Мәҫәлән,4
класта Шүлганташ мәмер-йәһе,Асылыкүл тураһында легенда,З.Биишеваның
Талҡаҫ күле,М.Ғафуриҙың Аҡкүл хикәйәләре,Ирәндек әкиәте бар. Был беҙҙең
«Дәрес сәйәхәттә»,” Дәрес -вернисаж” . Беҙ бында тыуған илгә һөйәү
ҙә ,тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш та тәрбиәләйбеҙ.
5 класта «Үҙем тураһында» тигән тема бар. Уҡыусылар үҙҙәренең
шәжәрәләрен төҙөйҙәр . Бында беҙ ғаилә ,һөнәр темаһын ( ата-
әсәләренең,туғандарының ҡайҙа эшләгәнен белеү ,һөйләү
мотлаҡ)ҡабатлайбыҙ,нығытабыҙ.
Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡығанды аңлау һәм үҙләштереүгә ҙур ихтибар
бирергә кәрәк. Бөтә кеше лә уҡый белә,ә бына уҡығанды аңлау,һөйләү һәм
практик ҡулланыу уҡыусыларға ҡыйынға тура килә. Бының өсөн ниндәй
алымдар ярҙам итә;
1.
“Таблица ” тигән алым. Уҡыусылар уҡылған әҫәр буйынса цитаталар
табып һығымта эшләйҙәр.
М.Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһы
Кем ул Үлмәҫбай ?
Миҫалдар
Геройҙың килеп сығышы һәм социаль
хәле
Уның үткәне
Исеменең мәғәнәһе
Үлмәҫбайҙың тәүге һунары
Геройҙың портреты
Геройҙың Тыуған илгә һөйөүен
күрһәткән урындар.
2.Дөрөҫ-дөрөҫ түгел .Уҡылған әҫәр буйынса таблица бирелә ,уҡыусылар
яуаптарын дәлилләп яуап бирәләр.рефликция үткәргәндә бик отошло
Мәҫәлән ;Әминбәк әкиәте
Дөрөҫ
Дөрөҫ
түгел
Әминбәк иң тәүҙә сатраш уйнарға,һуңынан
яҙырға ,иң һуңынан скрипкала уйнарға
өйрәнә
Әминбәккә ата-әсәһе уҡыу өсөн 300 һум аҡса
бирәләр
Әминбәк дейеүҙең ҡыҙын ҡойонан сығара
Карауан хужаһы уны хат менән ҡатынына
оҙата
Әминбәк сатрашта еңеп батша булып китә
3 .Кластерҙар ,схемалар ярҙамында өйрәнеү. Был материалды графика
ярҙамында алған белемдәребеҙҙе системаға һалыу өсөн бик уңайлы ысул.
4. “Хаталарҙы тап”
5. “Һүҙҙәр сылбыры” текст буйынса һүҙҙәр үреү.
Яныбай Хамматовтың «Салауат» әҫәре.
1. « Үҙ волысымда әлегә үҙем хужа»-тип Юлай Аҙналин абруйлы ғалимдар
алдында вазифаһының кем булыуына баҫым яһай ? ( Старшина )
2. Лепёхин ул кем ? (академик )
3. Хәл – ваҡиғалар ҡайҙа бара? ( Көҙәй )
4. Академик Лепёхинға кемдәрҙең көрәше бигерәк тә оҡшай,ул рус
көрәшенән айырылыуын да билдәләй ? ( йәштәр )
5. Лепёхин менән бергә тағы ниндәй ғалим килә ? ( Рычков )
6. Ҡош тотоу,йыйын үткәреү өсөн айырым бер нимә кәрәк ? (вакыт )
7. Ыласындар оялаған урын ? )( текә тау )
8. Андрей Лепёхиндың кеме ? (улы )
9. Билдәле ғалимдарҙар башҡорттарҙан нимәне эҙләп табыу һәм уларҙы
эйәләштереүҙе өйрәтеүҙәрен һорайҙар ? ( ыласын балаларын )
. «Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә», «телдең
рухы» тип атап йөрөткән нәмәне үҙләштерә», - тигән М. Горькийҙың һүҙҙәре
менән килешмәү мөмкин түгел. Уйын аша уҡыусыны туған тел серҙәренә
еңел генә үҙенсәлекле юл менән алып инеп була.
Эшемдең һөҙөмтәһе булып балаларҙың төрлө кокурстарҙа әүҙем ҡатнашыуы
һәм призлы урындар булып тора