Напоминание

беседа о книге 5-6 классы


Автор: Валеева Гулюза Бикташевна
Должность: воспитатель
Учебное заведение: МОБУ лицей - интернат
Населённый пункт: Давлеканово, Республика Башкортостан
Наименование материала: методическая разработка
Тема: беседа о книге 5-6 классы
Раздел: среднее образование





Назад




Дуҫтарым – китаптарым.

Әңгәмә маҡсаты:

Балаларҙа

китапҡа

ҡарата

һөйөу,

китап

уҡыуға

ҡыҙыҡһыныу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Китаптарҙы дауаларға өйрәтөү.

Йыһазландырыу: Китаптар күргәҙмәһе, китап менән кулланыу ҡағиҙәләре,

мәҡәлдәр.

Уҡыусыларға: Альбом, клей, линейка, кәләм, ҡайсы, салфетка,скотч.

Әңгәмә барышы.

1-се слайд

Китап – белем донъяһының

Тылсымлы бер инеше,

Ошо тылсымлы инештән

Бөтә гүмере буйына

Ҡөҙрәт ала һәр кеше.

-

Һаумыһығыҙ уҡыусылар, килгән ҡунаҡтар бөгөнгө әңгәмәбеҙ... ( Ишек

шаҡыйҙар. Хат ташыусы керә.)

Хат ташыусы:

-

Һаумыһығыҙ балалар . Бына һеҙҙе лә таптым. Һезгә хат алып килдем

мин. Алығыз. (Һаубуллаша һәм сығып китә.)

-

Тәрбиәсе:

-

Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, конвертты асып хатты уҡыйыҡ. (Хат уҡыла.)

ХАТ

Һаумыһығыҙ, минең дуҫтарым! Беләм һез китаптар уҡырга яратаһығыҙ һәм

уларҙы

һаҡлап

тотаһығыҙ.

Әле

миңә

һеҙҙең

бик

күп

белеүегеҙ,

яғымлы

намыҫлы һәм оҫта ҡуллы булыуығыҙ тураһында һөйләнеләр. Һеҙҙе үҙемә

ҡунаҡҡа саҡырам. Йомаҡтың яуабын табып, һеҙгә кем хат яҙғанын белерһеҙ.

“Бәләкәс кенә һандыҡҡа бөтә дөнъя һыйған”

Яуап: Китаптар иле.

-

Укыусылар, ә һез китаптар иленә барырға ҡаршы түгелме?

-

Юк.

-

ниндәй транспортта сәйәхәт итәрбеҙ икән?

Укыусылар:

-

Күңелле вагон менән.

Тәрбиәсе: Укыусылар “Күңелле вагонға” ултырыр өсөн билеттар алыйыҡ.

Билеттар йомаҡтар:

2-се слайд

1.Күрешергә ҡулы юҡ,

Һөйләшергә теле юҡ.

Уның менән күрешмәгән,

Һөләшмәгән кеше юҡ. / китап/

2.Юҡ аяғы, юҡ күҙе,

Һөйләй, өйрәтә үҙе.

Телгә унан оҫта юҡ,

Унан яҡын дуҫта юҡ .(китап)

3. Ҡат- ҡат ҡатлама,

Аҡылың булһа, ташлама. ( китап)

4.Ағас түгел - япраҡлы,

Тун – түгел тегелгән. (китап)

3-сө слайд Китаптар.

Уҡыусылар вагондарға ултырҙыҡ. Күнелле вагон беҙҙе

“Китаптар иленә

илтер.” Күңеллерәк булһын өсөн әйҙәгеҙ йырлыйбыҙ:

Юлға сыҡтыҡ беҙ бергә

Туған илдә йөрөргә.

Туған илдең төрлө ерен

Байлыҡтарын күрергә.

Уҡыусылар килеп еттек.

Беренсе туҡталыш “Ҡағыҙҙар туҡталышы4-се слайд

Тәрбиәсе: Уҡыусылар нимә ул китап? (яуаптар)

5-се Слайд

-Китап ул ике ҡатырға араһына тығыҙлап тултырырған сыбар ҡағыҙ.

Бары шул ғына, ә яҡшылап уйлап ҡараһаң, китап - ул әҙәм балалары

уйлап сығарылған иң ҡиммәтле мөғжизә.

Уҡыусылар

беҙ

был

туҡталышта китаптар

тураһында

төрлө

ҡыҙыҡлы

мәғлүмәттәр белербеҙ.

Презентация күрһәтеү. 6-11-се слайдтар

1.1896 йылда Италияҙа сығарырған китап иң бәләкәйе тип иҫәпләнә ине.

Уның ауырлығы 1.5 грамм самаһы, уға 4 мең һүҙ яҙылған, китап 277 биттән

тора, уҙе шәкәр шаҡмағы ҙурлыҡ.

2.Иң ауыр китап – “Шайтан библияһы”. Ул – Стокгольм китапханаһында.

Китаптың ауырлығы 350 кг. Был китап өсөн пергамент 100 ишәк тиреһенән

әҙерләнгән.

3.Һиндостандың

Амритасре

ҡалаһында

ҡиммәтле

мәрмәр

таштан

эшләнгән,баҡыр һәм алтын менән биҙәлгән бер китап һаҡлана. Ул китап ҙур

мәрмәр плитәгә соҡоп яҙылған.

4. Донъялағы иң ҙур китап Берлин дәүләт китапханаһында һаҡлана. Ул 17 –се

быуатта баҫылған географик атлас. Уның оҙонлоғо 2, киңлеге 1 метрға етә.

5.Санкт-Петербург ҡалаһының Университет яры буйындағы китап. Китапҡа

Пушкин юлдары яҙылған “Люблю тебя, Петра творенье...!

5.

Иң

ныҡ

китап

1000

битлек.

Был

китап

тутыҡмай

торған

ҡоростан

эшләнгән,

ауырлығы

1500

кг.

Ул

Сан

Пауло

ҡалаһында

һәйкәл

итеп

ҡуйылған. Уның биттәренә Сан- Пауло ҡалаһының тарихы яҙылған.

6.1802

йыл

баҫылған

“Әлифба”

татар–башҡорт

баҫма

китаптарының

әлифба башы. Халыҡ уны әлеппи тип йөрөткән.

7. Башҡорт баҫма китабының башы – төрки китап. Төрки телендәге тәүге

китаптар

17

быуат

башында

Көнбайыш

Европа

типографияларында

баҫылған.

Төрки

китап

теленә

башҡортса

һөйләү

теле

килеп

ҡыҫыла,

башҡорт һүҙе үҙен танытырға, баҫмала урын табырға тырыша. 1897 йылда

Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев “Йәдкәр китабы аша башҡорт әҙәбиәте өлгөләрен,

фольклорын, Башҡортостан тарихын, ғилемен пропагандалай. 20-се быуат

башында инде фәндең төрлө тармаҡтары буйынса йыл һайын тиҫтәләгән

исемдә меңләгән тираждар менән башҡорт баҫма китабы киң таралып китә.

Тәрбиәсе: Шулай итеп, китаптар тураһында беҙ төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр

белдек. Улар күп төрлө булалар икән.

Элек китаптарҙы яҙыу өсөн бик күп ваҡыт кәрәк булған, шуға китаптарҙы

элек-электән бик һаҡлап тотҡандар. Бер китапты баҫтырып сығарыу өсөн бер

нисә йыл үткән.

-Уҡыусылар әйтегеҙ әле, элек нимәгә яҙғандар?

Уҡыусылар (яуап): стенаға, ташҡа, тактаға.

Тәрбиәсе: Дөрөҫ.

Төрлө

илдә

төрлө

материалдарға

яҙғандар.

Бороңғы

Египетта папирусҡа, ул үҫемлектән яһалған. Гректар йәнлектәр тиреһенән

яһалған пергамент тип аталған материалға яҙғандар. Пергамент тип Пергама

ҡалаһы хөрмәтенә атағандар. Ләкин бер китап яҙыу өсөн бер көтөүҙе юҡҡа

сығарырға кәрәк булған. Ә Россияның үҙ материалы булған.

-

Ниндәй материал булған икән ул, уҡыусылар?

Уҡыусылар: Ҡайын туҙы.

Тәрбиәсе: Эйе бик дөрөҫ. Рәсәйҙә ҡайын туҙына яҙыу хас була.Ғалимдар

әйтеүенсә, төрлө туҙ китаптары 9-сы быуатта уҡ барлыҡҡа килә.Туҙҙы

ҡайнатып,эске ҡатын һыҙырғас,ситтәрен ҡырҡып кәрәкле форма

биргәндәр.Бындай эшкәртеү үткән китап бите һығылмалы,йомшаҡ булған,уға

осло һөйәк йәки тимер ҡулланма менән сыйып яҙғандар.

Әйҙәгеҙ алға табан сәйәхәтебеҙҙе дауам итәйек. Дөрөҫ итеп ултырҙыҡ.

( Музыка)

Икенсе туҡлалышыбыҙ “Дуҫтарым – китаптарым” 12-се слайд

Ниндәй ҙур бәхет бит ул, һау –сәләмәт булып үҙ ҡулдарыңа китап тотып

уҡый алыу. Һез “белем иле” тигән ҙур дөнъяға бер генә юл – бары тик китап

уҡыу аша ғына

керәһегеҙ. Ә һеҙҙе кеше иткән, һеҙҙе уҡырға өйрәткән

беренсе

китабығыҙҙы

хәтерләйһегеҙме?

(Яуаптар)

Әлбиттә

ул

“Әлифба”

китабы. Баласаҡтың гүзәл миҙгеленә нур булып килеп кергән, тормыштоң

беренсе мөһим баҫҡысы булып, белем иленә асҡыс ролен үтәгән был китапты

иҫкә алмаһак бөгөнгө әңгәмәбеҙ тулы булмаҫ ине.

13-сө – 14-се слайдтар.

Әйҙә Ильмира “Әлифба “тураһында шиғырыңды уҡып ишеттер әле.

Шиғыр.”Әлифба” Гөлнара Хәлфетдинова.

Һәр партала иң уртала

Әлифба тигән китап.

Һүрәттәре бигерәк күп –

Алып ҡарайбыҙ ҡат-ҡат

Белем донъяһына ишек-

“Әлифба тигән китап.

Рәхмәт әйтеп йыр йырлайбыҙ

Ошо китапҡа атап.

Уҡытыусы “Әлифба” нан

Беҙгә хәреф өйрәтә.

Таҡтаға яҙып күрһәтә

Шунан ҡабат һөйләтә.

Һыҙыҡтарҙан, ырғаҡтарҙан

Тора икән хәрефтәр.

Хәрефтәрҙән һүҙ төҙөргә

Өйрәндек беҙ дәрестә.

Тәрбиәсе: Эйе, уҡыусылар китап ул - бөгөнгө йәшәйешебеҙ, киләсәгебеҙ

ҙә, йәғни шул уҡ ”Әлифба”, “Туған тел”, дәреслектәр, һүҙлектәр, рәсемле

баҫмалар, күңелде моңландыра, сафландыра торған шиғырҙар, йырҙар.

Ниндәй генә китап булһа ла, ул беҙҙе әҙәплелеккә, ата-әсәне хөрмәт итергә,

туған илде яратырга ,шәфкәтле булырга, өйрәтә. Китап игелекле дуҫ,

кәңәшсе лә, серҙәш тә.

Тәрбиәсе: Уҡыусылар, китаптар беҙҙе тағы ла нимәгә өйрәтә? (яуаптар)

1.Китаптар беҙҙе туған телебеҙҙе, хеҙмәтте яратырға, ауыр ваҡыттарҙа

юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтәләр.

2. Китап матурлыҡты күрә белергә өйрәтә.

3. Кешене китап аҡты ҡаранан айыра белергә, хаталар яһамаҫҡа өйрәтә.

4.Китап уҡып беҙ халыҡтарҙың ғөрөф-гәҙәттәрен,йәшәү шарттарын, йыр-

моңдарын өйрәнәбеҙ.

Тәрбиәсе.Эйе дөрөҫ. Тәрбиәле, күп белергә теләүсе кешеләр китапһыҙ йәшәй

алмай.

Ә хәҙер Нәжип Иҙелбайҙың “Иң яҡын дуҫ” тигән шиғырын һөйләп үтәйек.

Уҡыусыларҙың сығышы.

1.Китап – көндөң көҙгөһө ул,

Ғүмерҙең бер өлгөһө ул.

Уға ҡарап белеп була

Яҡшыны ла, яманды ла.

2.Китап- беҙҙең иң яҡын дуҫ,

Иптәш тә ул, серҙәш тә ул.

Яҡыныңды алмаштырған

Иң ҡәҙерле ҡәрҙәш тә ул.

3.Китап, гүйә, яҡты маяк –

Яҡтырта ул барыр юлды.

Китап булһа һәр саҡ юлдаш,

Айырып була уңды-һулды.

4.Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла

Ошо юлдаш уртаҡлаша.

Донъяның бик күп серҙәрен

Белеп була уның аша.

5.Ҡайҙа ғына булһаҡ та, беҙ

Китап дуҫтан айырылмайыҡ.

Шул китапты яҙыусыға

Рәхмәт әйтеп, дан йырлайыҡ!

Тәрбиәсе.

Әйе, китап уҡып, беҙ күп нимәләргә өйрәнәбеҙ. Ул яҡшыны

ямандан айыра. Кешегә ул күп нимә хаҡында һөйләй. Йәшәһен китап.

Алдағы

туҡталыш “Китаптарҙы

күп

уҡыусылар

туҡталышы.”

15-се

слайд

-Ә һеҙ китап уҡырға яратаһығыҙмы? (яуаптар)

-Ул һеҙгә ярҙам итәме?(яуаптар)

-Бөгөнгө көндә китап уҡымайынса ғына белемле, юғары мәҙәниәтле кеше

булып буламы?(яуаптар)

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта мәктәп китапханасыһы Гөлназ Каримовна. Ул беҙгә

беҙҙең синыфта иң күп китап уҡыуған уҡыусыны билдәләп үтер.

Китаптар күргәҙмәһен күрһәтеү.

Тәрбиәсе: Уҡыусылар,

һеҙ

үҙегеҙ

ҙә

китапханаға

йөрөйһөгеҙ,

китаптар

уҡыйһығыҙ.

-Әйҙәгеҙ, “Китап ни өсөн кәрәк” тигән темаға үҙегеҙ яҙған иншаларҙы уҡып

үтәйек.

Рәхмәт уҡыусылар, иншаларығыҙҙан күренеүенсә

һеҙ китаптарҙы

бик

яратаһығыҙ икән.

Ә хәзер алга табан сәйәхәт итәйек .(Музыка)

“Зирәктәр туҡталышына”ла килеп еттек

Мин һеҙгә китап исемен әйтәм , һеҙ авторын әйтегеҙ.

1.Дуҫ булайыҡ (З.Биишева.)

2.”Өс таған”.(М.Кәрим.)

3. “Шүрәле” (Ғ.Тукай)

4. “Балыҡсы һәм балыҡ тураһында әкиәт” (А.С.Пушкин)

5. “Ҡарбикә” (Г.Х.Андерсен)

Был кем әйбере?

1.Алтын асҡыс (Буратино, Л.Н.Толстой)

2. Аҡ халат (Айболит, К.Чуковский)

3. Ҙур эшләпә (Н.Носов,Белмәҫйән)

4.Күмәстәр (Маша һәм айыу)

5. Балта (Шүрәле Ғ.Тукай)

6. Йомро йомғаҡ (Үғәй ҡыҙ Гөлбикә.)

Һорау минән, яуап һеҙҙән.

1.

Әкиәттәр күбеһенсә нисек башлана?

2.

Ниндәй әкиәттә айыу ҡойороҡһоҙ ҡала?

3.

Торна төлкөгә һыйын ниндәй һауытта әҙерләгән?

4.

Былтыр исемле егет ҡайһы әкиәттең геройы?

5.

Әминбәк ниндәй музыка ҡоралында уйнарға өйрәнә?

6.

Шалҡан әкиәтендә эт менән сысҡан араһында ярҙам итеүсе кем?

7.

Балыҡсы бабай ниндәй балыҡ тота?

8.

Белмәҫйәнде ниндәй кейеме менән танып була?

9.

Ҡыҙ атаһына ниндәй сәскә алып ҡайтырға ҡуша?

Булһаң зирәк, әйт тиҙерәк. Бына был ағасҡа мәҡәлдәр яҙылған, уларҙың

башы күренә, ә аҙағын япраҡтар ҡаплаған. Әйҙәгеҙ ошо мәҡәлдәрҙе табып

уҡыйыҡ.

1.Күп уҡығаң - (күп белә.)

2.Китаптан хәреф эҙләмә,( аҡыл эҙлә).

3.Китапһыҙ өй, (тәҙрәһеҙ өй кеүек).

4.Китап – (белем шишмәһе).

5.Китап уҡыһаң, белемең артыр,уҡымаһаң, (белгәнеңдә онотолор).

6.Ҡулында китап булғандың, башында (ғилеме булыр).

7.Алтын ерҙән табыла – аҡыл (китаптан).

Ярар, афарин уҡыусылар мәҡәлдәрҙе лә табып бөттөк. Ошо мәҡәлдәрҙе

гел иҫтә тотоғоҙ.

Ишек шаҡып Белмәҫйән килеп керә.

Белмәҫйән. Һаумыһығыҙ, инергә мөмкинме? Мине танынығыҙмы

уҡыусылар?

-

Әйҙә рәхим ит Белмәҫйән.

-

Мин һеҙгә бер йомош менән килгәйнем.

-

Һөйләп ебәр ярҙам итербеҙ.

-

Мин китапханаҙан китаптар алғайным, улар шундай яңылар, матурҙар

ине. Мин китаптарҙы уҡып, ҡарап сыҡҡансы улар ошондай хәлдә

ҡалдылар. Хәҙер нисек мин китаптарҙы тапшырайым, миңә ярҙам

итегеҙ инде.

-

Әйҙә Белмәҫйән ултыр беҙҙең менән “Китаптар иленә сәйәхәт”

итерһең.

(Музыка уйнай.)

Тәрбиәсе. Уҡыусылар инде һуңғы туҡталышҡа ла килеп еттек. Был

туҡталыш “Китаптар дауаханаһы”. 17-се слайд

Был ябай дауахана түгел. Бында балаларҙы, хайуандарҙы түгел, ә китаптарҙы

дауалайҙар. Эйе, уҡыусылар китаптар ҙа ауырыйҙар. Улар сөскөрмәйҙәр,

йүткермәйҙәр. Ә һиҙҙермәй генә ағаралар, һарғаялар һәм тарҡалалар.

Китаптар яҙмышы ла кеше яҙмышы кеүек. Улар дөнъяға килә һәм китә,

уларҙы ҡыйырһыталар икән, китаптарҙа кешеләр шикелле “ауырып” китәләр:

биттәре төшә, йыртыла, тыштары ҡуба. Әгәр ҙә һеҙҙең китабығыз “ауырыһа”

һез нимә эшләйһегеҙ? (уҡыусыларҙың яуабы).

Ә нимәнән килеп сыға һуң ул? Барлыҡ балалар ҙа китаптар ҡулланыу

ҡағиҙәләрен үтәп бөтөрмәйҙәр. Әйдәғез, ҡабатлап алайыҡ.

Презентация “Китапты ҡулланыу ҡағиҙәләре” (уҡыусы күрһәтә).

- Бына түҙемле дауаланыусылар зарланмайҙар, ыңғырашмайҙар, өндәшмәй

генә һеҙҙән ярҙам көтәләр. Ә инде уларҙы китап докторҙары дауалайҙар. Ә

бөгөн инде мин һеҙҙе китап докторҙары булырға саҡырам. Булаһығыҙмы?

( Бер рәт китап йәбештерә, икенcе рәт кыҫтырғыс яһай).

Уҡыусыларға ҡайсы, скоч, төҫлө ҡағыҙ таратыу.

Уҡыусылар китап дауалағансы йыр тыңлау “Белгем килә.”

-Бына Белмәҫйән китаптарыңды дауаланыҡ, хәҙер китапханаға тапшырһаңда

була. Һиңә китаптарҙы ҡулланыу ҡағиҙәһен бүләк итәбеҙ. Ошо ҡағиҙәләрҙе

һәр ваҡыт иҫеңдә тот. Китаптарыңды Һаҡла, кәҙерлә.

-Рәхмәт уҡыусылар, һау булығыҙ.

Әңғәмәне йомғаҡлау.

-

Рәхмәт

һеҙгә,

уҡыусылар.

Хәҙер

инде

-

һеҙҙең

ярҙам

менән

был

китаптарҙы башҡа уҡыусылар ҙа уҡый алалар.

-

Бына

уҡыусылар

барлыҡ

туҡталышларҙа

ла

булдыҡ,

һеҙгә

сәйәхәт

оҡшаны мы? Нимәләр белдек, нимәгә өйрәндек. (Яуаптар).

Китап мөрәжәғәтен уҡып китеү.

Мәктәптәрҙә уҡығанда

Юлдаш була дәреслек.

Китап- дуҫы уҡыусының,

Аң- белемдә дөрөҫлөк.

тигән юлдар мелән бөгөнгө сәйәхәтебеҙҙе тамамлайбыҙ. Әүҙем

ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һау булығы

ҙ!



В раздел образования