Автор: Кашапова Гульнур Гайфулловна
Должность: учитель башкирского языка
Учебное заведение: МБОУ Школа 119
Населённый пункт: город УФА
Наименование материала: Методическая разработка по башкирскому языку
Тема: Конспект урока "Моя семья "
Раздел: среднее образование
Минен
Ғаилә
Маҡсат. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, үтелгән һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе
иҫкә төшөрөү. ата-әсәгә, туғандарға һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазлау: дәреслек, карточкала биремдәр, һүрәттәр, һүҙҙәр һәм хәрефтәр
яҙылған карточкалар, компьютер.
Дәрес барышы:
1 “Психологик атмосфера “ ситуацияһын тыуҙырыу.
Уҡытыусы. Хәйерле иртә, балалар! Тағы бер ғәжәйеп матур, иҫ киткес гүзәл
көн тыуҙы. Ошо йәмле иртәгә, матур донъяға бағып, үҙебеҙгә көс, дәрт,
илһам алайыҡ. Әйҙәгеҙ, бергәләп ҡояш сығышын күҙәтәйек. Балалар,
бөгөнгө көнгә нимә тип өндәшерһегеҙ?
Балалар. Хәйерле көн! Рәхмәт һиңә матур иртә! Минең кәйефем көр,
күңелем күтәренке!
Уҡытыусы. Тимәк, беҙ дәрт, илһам менән эшкә тотонорға әҙер!
2 Өйгә эште тикшереү. (1.Бөгөн аҙнаның ниндәй көнө
2.Нисәнсе число
3.Һауа торошо ниндәй
4.Һеҙҙе мәктәпкә киткәндә кем оҙатып ҡалды
5.Һинең исемең кем
Әсәйеңдең исеме кем
Һин кемде яратаһың (Мин әсәйемде,….. яратам)
3 .Артикуляцион күнегеү. Тиҙәйткестәр (видеопроектор аша уҡыу)
Башҡорт теле дәресендә тасури уҡыу һәм дөрөҫ һөйләү өсөн телдәребеҙҙе
шымартып алайыҡ.
1 Сейәлектән сыҡҡан саҡта
Сей сейәне сәйнәй-сәйнәй,
Сикәләрем сатнаны.
2 Иҙәндәрҙе лә һеперҙем.
Гөлдәргә һыуҙар һиптем.
Әсәйемә бүләккә тип
Матур һүрәт төшөрҙөм.
3 Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.
Фонетик-орфографик күнегеү яҙылған карточка. Башҡорт телендәге
һуҙынҡы өндәрҙе ҡабатлап үтәйек. АОӘӨҮ.Был хәрефтәргә һүҙҙәр
уйлап әйтәйек. А-атай ағай апай алма О-олатай ойоҡ оҙон Ә-әсәй әбей
әтәс Ө-өләсәй өс өй өйрәк Ү-үлән үтек үрмәксе
4 Яңы тема. Бөгөнгө дәрестең темаһын белер өсөн беҙгә кроссворд сисергә
кәрәк буласаҡ.( кроссворд сисеү).
1.Клен һүҙенең тәржемәһе.2.Республикабыҙ нисек атала
3.Башҡортстандағы иң бейек тау.4.Башҡортостандағы йылға.5.Йорт
ҡошо.
Уртала ниндәй һүҙ килеп сыҡты. (Ғаилә.) Эйе,бөгөн дәрестә ғаилә һәм
уның ағҙалары тураһында һүҙ алып барырбыҙ, яңы һүҙҙәр һәм фразалар